logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Ш. Бикҡолдоң тыуыуына – 100 йыл» тематик сәғәте

22.05.2024

22 майҙа ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Иҫке Муса мәктәбе менән берлектә Шәриф Бикҡолдоң тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тематик сәғәт уҙғарҙы. 6-сы класс уҡыусылары яҡташ яҙыусыларҙы, уларҙың әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙө. Район биләмәһендә тыуып үҫкән яҙыусы-шағирҙар араһында фронтовик-шағир, яҙыусы, драматург, бик күп йырҙар авторы Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡол айырым урын алып тора. Китапханасы уҡыусыларҙы уның биографияһы менән таныштырҙы, үҫмер генә көйө Дәүләкән педучилищеһын тамамлап, эш башлауын, фронтта яу ҡырында батырҙарса дошман менән алышыуын һөйләне. Шағирҙың фронт блокнотынан алынған шиғырҙар шәлкеме уның уй-кисерештәрен еткерә. «Әле йәшәйбеҙ икән…» романы совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тураһында бәйән итә.

Шағир Шәриф Бикҡолдоң шиғырҙарына яҙылған лирик йырҙары әлеге көндә лә актуаллеген юғалтмай. Уҡыусылар менән бергәләп «Бәхетле» төркөмө башҡарыуында «Бер минут» йырын тыңлап кинәндек. Был төркөм йырға заманса һулыш биргән.

«Ер ҡаҙыуы – ауыр эш», – тиҙәр…

Мин дә ерҙе еткел ҡаҙыған,

Ҡаҙыған бар шашып шатлыҡтан,

Ҡаҙыған бар көйөп ҡайғынан,

Ҡаҙыған бар

Үлем

ҡурғаш булып,

Ярсыҡ булып яуып торғанда:

Гөл түтәле,

Ҡара ҡәбер, окоп

Ҡаҙыған бар минең, туғандар…

Эйе, «Ер ҡаҙыуы – ауыр эш», – тиҙәр…

Көрәктең  кеше ҡулындағыһы ғына еңел тойола, ти аҡыллы мәҡәл. Шәриф Бикҡол, күренеүенсә, яҙыу-һыҙыу эшендә генә ҡайнап йәшәмәгән, көрәкте тура мәғәнәһендә, үҙ ҡулдарында ла байтаҡ тотҡан икән шул…