logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

“Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны

14.02.2023

14 февралдә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Иҫке Муса ауыл клубы менән берлектә “Алтын тирмә” уйыны үтте. Унда мусалылар һәм Күлләр ауылынан саҡырылған ҡунаҡтар командалары ҡатнашты. Уйынға сығарылған һорауҙар, әлбиттә, Башҡортостан һәм районға ҡағылышлы ине. Әҙәбиәт, Сәнғәт, География, Тарих йүнәлешендәге һорауҙар ҡыҙыҡлы форматта бирелде. Командалар шулай уҡ бер-береһенә һорауҙар ҙа әҙерләгәйне. Уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
Ҡунаҡтар китапхана янында эшләп килгән көршәк эшләү оҫтаханаһын да ҡараны, балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр менән танышты һәм оҫтаханаға килергә теләк белдерҙе.