logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Китап күргәҙмәһе “Республиканың данлы улы”

07.02.2023


Башҡортостан башлығынан уңды
Ил теҙгене тоғро ҡулдарҙа.
Алға алғас халыҡ хыялдарын –
Уңып тора тотҡан юлдар ҙа, –
тип яҙҙы башҡорт шағиры, райондашыбыҙ Ирек Кинйәбулатов Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бағышланған “Хәҙер беҙҙе донъя таныны” шиғырында.

7 февраль көндө төбәгебеҙҙең данлы улы, ваҡытында үҙен хәстәрлекле етәксе итеп танытҡан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 89 йәш тулған булыр ине. Ошо уңайҙан Иҫке Муса китапханаһында “Республиканың данлы улы” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда беренсе Президент хаҡында яҙылған төрлө документтар ҡуйылды. “Дело жизни”, “Президент Муртаза Рахимов”, “Муртаза Рахимов. Башкортостан – моя судьба” һәм башҡа китаптар күренекле сәйәсмәндең биографияһынан башлап ул төбәккә етәкселек иткән йылдар хаҡында бик күп мәғлүмәт бирә.
Ошо йылдың ғинуар айында ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙә Башҡортостандың лайыҡлы етәксеһен йылылыҡ менән иҫкә алалар. “Мортаза Рәхимов. Башҡортостандың беренсе Президенты. Лидер. Шәхес. Сәйәсмән. Талапсан етәксе. Бабай… Башҡортостаныбыҙҙың тотош бер дәүер йылъяҙмаһы Мортаза Рәхимовтың исеме менән бәйле” – тип башлана “Йәшлек” гәзитенең 2-се һаны.
Китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ! Мортаза Рәхимов хаҡындағы китаптар һәм башҡа документтар менән танышырға ауыл китапханаһына рәхим итегеҙ!!!