logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

20.04.2023

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

20 апрелдә Иҫке Муса ауыл китапханаһында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ. Халыҡ-ара акцияның маҡсаты – башҡорт телен киң йәйелдереү, уны өйрәнеүгә иғтибарҙы арттырыу.
Ҡатнашыусылар теләге менән башланғыс кимәл өсөн тәғәйенләнгәнен дә, үҙ телебеҙҙә иркен аралашҡандар өсөн билдәләнгән тексты ла яҙҙыҡ. Диктант текстары быйылғы йыл темаларына ауаздаш итеп һайланған. Телде башланғыс кимәлдә белеүселәргә, Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап, “Уҡытыусы булыу тәбиғәттән бирелә” тигән текст тәҡдим ителде. Ә инде телде яҡшы белеүселәр Рауил Бикбаевтың “Атайсалым – иң ҙур хазинам” тигән диктант тексын яҙҙы. Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең эстәлеге бай йөкмәткеле, диктантты яҙҙырыусыларҙың тауышы матур, тыныс һәм көр.
Бөгөнгө халыҡ-ара акцияла ҡатнашыусылар бик ҡәнәғәт булып, күтәренке кәйеф менән таралышты. Киләһе йылдарҙа акцияға йәштәрҙе, мәктәп балаларын йәлеп итеү үҙмаҡсатыбыҙ булырға тейеш.

Һылтанма: https://vk.com/wall483357288_2125