logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

«Яуабын үҙең эҙлә» интеллектуаль уйыны

12.05.2023

12 майҙа ауыл китапханаһында Ғаилә көнөнә арналған «Яуабын үҙең эҙлә!» уйыны үтте. Балалар Гөлфиә Юнысованың «Донъя менән танышам», Гүзәл Ситдиҡованың «Ҡолонсаҡ арғымаҡ булыр бер саҡ», Земфира Аҡбутинаның «Атай кеүек булам мин», Әминә Раҡаеваның «Уйнайыҡ уйлап ҡына» китаптары менән танышты, уларҙан уҡылған ғаилә ағзалары хаҡындағы шиғырҙарҙы тыңланы. Сараның төп өлөшө бирелгән һорауҙарға яуаптар эҙләүгә, ғаилә ағзаларына матур һүҙҙәр уйлап табыуға һәм уларҙы тәмлекәстәр менән һыйлау өсөн рецепттар менән уртаҡлашыуға арналды.