logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

«Яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре» күргәҙмә-фекер алышыу

20.09.2023

Партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим һәм яҙыусы Ахунйәнов Таһир Исмәғил улы (әҙәби псевдонимы Таһир Таһиров) 1923 йылдың 15 сентябрендә Бишбүләк районының Муса ауылында тыуған. Йәмәғәтселек Таһир Исмәғил улын партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим һәм яҙыусы булараҡ белә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ», 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. 1957 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1984 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Фәтих Кәрим (1998), Мәжит Ғафури (2005) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.  Таһир Ахунйәнов хеҙмәт дәүерендә төрлө вазифалы урындар биләй, 1967—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары була.

Таһир Таһиров әҙәби ижад менән һуғышҡа тиклем үк шөғөлләнә башлай: төрлө гәзиттәрҙә үҙенең мәҡәләләрен һәм шиғырҙарын баҫтыра. Әҙәбиәт һөйөүселәр араһында уның “Ғәлиә ҡайындары”, “Зигуна”, “Лейтенанты”, “Три буранных дня” повестары киң билдәлелек алған.

19 сентябрҙә Иҫке Муса ауыл китапханаһында Таһир Таһировтың ижадын яратҡан һәм ошо арала повестарын тағы бер ҡат уҡып сыҡҡан китапхана дуҫтары яҙыусының тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны, әҫәрҙәре буйынса фекер алышты. Уның партия эшмәкәре булыуына ҡарамаҫтан, ижадҡа ла ҙур әһәмиәт биреүе иғтибарға лайыҡ. Сарала ҡатнашыусылар Таһир Исмәғил улының яҙыу-һыҙыуға ғына түгел, рәсем төшөрөүгә һәм гармунда уйнауға маһир булыуын үҙҙәре өсөн яңылыҡ булараҡ ҡабул итте.

2018 йылда Бишбүләк районының Уҫаҡ-Кисеү ауылында күренекле дәүләт эшмәкәре, талантлы журналист, танылған яҙыусы, күп яҡлы талант эйәһе Таһир Исмәғил улы Ахунйәновҡа музей асыла.