“Уҙған ғүмер – минең байлығым” осрашыу кисәһе
27 сентябрҙә Иҫке Муса китапханаһы ауыл клубы һәм ауыл хакимиәте менән берлектә Ололар көнөнә арналған сара уҙғарҙы. Был көндә олпат йәштәге ағай-апайҙар үҙҙәренең йәшлек дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Фәйзрахман улы Әминов менән осрашты. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рим Фәйзрахман улы тыуған ауылына тормош һәм хеҙмәт юлы үткән Салауат ҡалаһынан ҡайтты. Өлкән быуын үҙҙәренең бергә уйнап үҫкән сағын иҫкә төшөрҙө, йәшлек йылдарын һағынып иҫләне, Рим ағайҙың ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Нәзметдиновна килен булып төшкән бәхетле мәлдәрен хәтерләне, ул ваҡытта күршеләш йәшәгән апайҙарҙы әлеге кисәлә күреүенә ҡыуаныуын әйтте.
Осрашыуға килеүселәр Рим Фәйзрахман улы менән ауылда театр ҡуйып йөрөгән дәртле, матур саҡтарын хәтерләне, ябай колхоз эшселәренең үҙ ваҡытында сәхнәлә театр уйнауы – үҙе бер мөғжизә.
Осрашыу Зөһрә менән Рим Әминевтар төп ролдәрҙе уйнаған “Әбейҙәр сыуағы” фильмын ҡарау менән дауам итте. Фильм беҙҙең тормошта һирәк булһа ла осрап торған өлкән быуын проблемаһын күрһәтә, ололарға ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға кәрәклекте аңғарта.
Сара бик йылы мөхиттә барҙы, күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Иң мөһиме, йыраҡтан килгән ҡунаҡтар ҙа, ауыл кешеләре лә ҡәнәғәт ҡалды.