logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Танып белеү сәғәте “Яуабын үҙең эҙлә” Познавательный час “Найди ответ”

12.10.2023

#Башҡортсауҡыйбыҙпроекты

12 октябрҙә ауыл китапханаһында балалар өсөн”Яуабын үҙең эҙлә” танып-белеү сәғәте уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар балалар яҙыусылары Гөлфиә Юнысова һәм Гүзәл Ситдиҡова шиғырҙары менән танышты. “Донъя менән танышам”, “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ” китаптарындағы шиғырҙарҙы балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Уҡылған әҫәрҙәргә ҡулланып, төрлө күнекмәләр бирелгән эштәрҙе улар үҙаллы башҡарырға тырышты. “Төшөп ҡалған хәрефте яҙ”, “Нисек өндәшәһең?” һәм бер нисә ошондай эштәр балаларға оҡшаны. Ҡайһы берәүҙәре, әсә телендә өйҙә яҡшы аралашыуына ҡарамаҫтан, эш барышында ауырлыҡ кисерҙе. Ярҙамһыҙ булманы, әлбиттә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙа авторҙарҙың шиғырҙары аша туған әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уянғандыр, тип өмөтләнге килә. Сарала ҡатнашыусы балалар өйҙә уҡырға башҡорт телендә китаптар алып һөйөндөрҙө.

*****************************************************************************************************************

#ПроектЧитаемнабашкирском

12 октября в сельской библиотеке для детей прошел познавательный час “Найди ответ”. Участники мероприятия познакомились со стихотворениями детских писателей Гульфии Юнысовой и Гузель Ситдиковой. Дети с интересом слушали стихотворения из книг “Донъя менән танышам”, “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ” . Задания, состовленные на основе прочитанных произведений, участники мероприятия старались выполнить самостоятельно. Даже те, которые дома хорошо общаются на родном языке, испытали сложности при выполнении заданий. Поэтому, без посторонней помощи дети не обошлись. Несмотря на это, надеемся, что интерес детей к родной литературе не пропал. Дети с собой взяли книжки на башкирском языке.