logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Ҡысҡырып уҡыу сәғәте «Минеңсә уҡы!» Громкие чтения «Читай на моем языке»

19.10.2023

#Башҡортсауҡыйбыҙпроекты

19 октябрҙә ауыл китапханаһында балалар яҙыусылары ижады менән танышыу маҡсатында ҡысҡырып уҡыу сәғәте уҙғарылды. Ҡатнашыусыларға башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре ҡуйылған кәштәләр күрһәтелде, хәҙерге китаптарҙың ик, хатта өс телдә — башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә сығарылыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Рәсимә Ураҡсинаның «Тыуған ерем — торған ерем», Мөҙәрис Мөсифуллиндың «Ҡурай иле», Ғәлим Дәүләтовтың «Нөгөш буйы малайҙары» һәм башҡа китаптарҙы ҡарап сыҡты балалар. Сарала ҡатнашыусылар Гөлнур Яҡупованың «Маҡтансыҡ ҡарға» һәм «Тараҡлы кеҫәртке» хикәйәләрен сылбыр менән уҡыны.

 

*********************************************************************************************************************

#ПроектЧитаемнабашкирском

19 октября в сельской библиотеке прошли громкие чтения в целях ознакомления с творчеством башкирских писателей. Участникам мероприятия дали возможность посмотреть полки с башкирской детской и с краеведческой литературой, было подчеркнуто, что на сегодняшний день издательство «Китап» выпускает книги на двух, даже на трех языках — башкирском, русском и английском. Дети посмотрели книги отдельных авторов. Участники прочитали по цепочке рассказы «Маҡтансыҡ ҡарға» һәм «Тараҡлы кеҫәртке» Гульнур Якуповой.