logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

«Башҡорттарҙың ғаилә йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәте» танып белеү сәғәте

01.03.2024

1 мартта ауыл китапханаһында Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған “Башҡорттарҙың ғаилә йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәте” тигән танып белеү сәғәте үтте. Сара ауыл мәҙәниәт йорто менән бергә ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусы балалар ҡыҙ һандығы әҙерләү, йәштәрҙең никахы, кейәү менән кәләшкә теләктәр теләп, бүләк биреү, кәләшкә һыу юлы күрһәтеү, сабыйға исем биреү кеүек йолалар тураһында белде, Ф.Ғәлиеваның “Башҡорттарҙың ғаилә йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәте” тип аталған китабынан балаға тәғәйенләнгән сәңгелдәкте, кейәүҙең кәләшкә биргән мәһәрен – түшелдерек, ҡашмау һәм елән бүләк итеү фотоһын ҡараны, балалар өсөн “Башҡорт халыҡ сәнғәте” китабы ысын асыш булды – унда башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәре сағыу һүрәттәр менән бирелгән.

Сараны “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы Ғәлиәхмәтова Рәлиә апай биҙәне. Ул өлкән йәштәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булғанса матур сағыу кейемдә ҡатнашты. Үҙ ҡулдары менән эшләнгән түшелдерек апайҙың ҡиәфәтенә мәртәбә өҫтәне. Бәләкәй ҡыҙҙар түшелдерек менән ҡыҙыҡһынды һәм үҙҙәренең дә эшләп ҡарағылары килеүен белдерҙеләр. Рәлиә апай балаларға Ф. Юнысованың “Өләсәйем һандығы” китабынан әкиәт  уҡып ишеттерҙе.

***

Познавательный час «Семейные обряды и обычаи башкир»

1 марта в сельской библиотеке прошел познавательный час “Семейные обряды и обычаи башкир”, приуроченный ко Дню башкирской семьи. Мероприятие было организовано совместно с СДК. Юные участники мероприятия узнали о семейных обрядах как подготовка приданого невесте – ҡыҙ һандығы, никах молодых, одаривание невесту и жениха подарками с пожеланиями и наставлениями, показ источника невесте, имяноречение и другие обычаи, посмотрели колыбель малыша, фрагмент дарения обещанного подарка жениха (мәһәр) – түшелдерек, ҡашмау и елән по книге Ф.Г. Галиевой “Семейные обряды и обычаи башкир”, настоящим открытием для детей стала книга “Башҡорт  халыҡ сәнғәте – Башкирское народное искусство”, где красочно представлены образцы семейного быта башкир.

Для участия на мероприятии была приглашена член клубного объединения “Ағинәйҙәр” Галиахметова Ралия апа, которая наглядно показала одежду башкирских женщин пожилого возраста. Девочки заинтересовались нагрудником, которую Ралия апа сделала своими руками, и изъявили желание попробовать сделать. Гостья прочитала сказку из книги Ф. Юнысовой “Өләсәйем һандығы”.