logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Яҙыусы Суфиян Поварисов тураһында белешмә “Яратам һине, тормош!”

30.08.2024

“Мине кеше яҙмышы борсой. Ләкин кешене ҡыҙғаныптүбәнһетмәйем, бер ҙә кәрәкмәгәнгә иркәләп, сәстәренән һыйпап, наҙламайым да. Киреһенсә, әҫәр ҡаһарманын ут дауылы эсенә ҡуйып һынарға яратам. еңеллектә елпенеп йәшәүҙе теләһә ниндәй ахмаҡ та, алйот та булдыра ала. Ә инде иманына тоғролоҡло ысын кеше үҙенең кем икәнлеген ауырлыҡтарҙы оҫта еңеп күрһәтә ала”, – ти Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре, тел һәм әҙәбиәт белгесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир Суфиян Поварисов.

29 августа Поварисов Суфиян Шәмсетдин улының 100 йыллыҡ юбилейы.
Яҙыусы 1924 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районы Тыпый ауылында тыуған. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылда һуғышҡа китә. Украинаны,Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Германиялағы Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.
Һуғыштан һуң Ҡазан дәүләт педагогия иниститутында белем ала. Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә, Татарстандың Аҡтаныш районында мәктәптә татар телен уҡыта.1950-1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта, профессор.
Суфиян Поварисов 2016 йылдың 3 июлендә Өфөлә вафат булды
Яҙыусының Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова хаҡындағы “Ташлама мине” документаль повесы, “Ут эсендәге мөхәббәт” роман-хәтирәһе  һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре донъя күргән.
Яҙыусының әҫәрҙәренең һәр ҡайһыһы үҙ уҡыусыһын, үҙ тамашасыһын тапҡан. Уның геройҙары төрлө, әҫәрҙәрендәге ваҡиғалар ҙа, ваҡыт сиктәре лә киң, куләмле. Ләкин уларҙы берләштереп тороусы бер үҙенсәлек бар: улар халыҡтың йөрәгенән сыҡҡан.
Үҙенең яҙмышы менән тығыҙ бәйләнешле повесын «Яратам һине, тормош» тип атай ул. Яҙыусының Бөйөк Ватан һуғышында үҙе күргән факттарға һәм үҙенең кисерештәренә таянып яҙған повесть-романдарын уҡырға саҡырам һеҙҙе, дуҫтарым!