logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Шиғриәт минуттары «Йөрәгемә бөтә донъя һыйҙы»

12.11.2024

 

Ноябрь айында арҙаҡлы шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына – 80 йыл

ЙӘШЛЕК УЙЛАНА

Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын,
Биләүлек менән билемде биштән быуғанмын.
Йөҙөмә әсәмдең ҡайнар йәше таммаған,
Күҙ нурымда ауыр йылдар эҙе ҡалмаған, –
Шуға күрә бөгөнгөм дә салт аяҙ, яҡты,
Кинәнеп иҫкә төшөрәм шат, сабый саҡты.
Минең өсөн килер көн дә ҡурҡыныс түгел,
Ә шулай ҙа йөрәк әле тып-тыныс түгел.
Алыҫтан еремә ҡара болот үрелә,
Болот эсендә ҡан һеңгән ҡылыс күренә.

Ил һөйләй: шул ҡанлы ҡылыс һелтәнмәҫ борон,
Шаҡарайыҡ уны тотҡан яуыздың ҡулын.
Шаҡарайыҡ – тыныс тормош кәрәк халҡыма,
Шаҡарайыҡ – киләсәк һәм бөгөн хаҡына.
Илем һөйләй. Уның һүҙе – хаҡлыҡ ораны,
Уның алдында баш һала үлем ҡоралы.
Илем теләй; байрам итһен бәхет донъяла,
Көлә-көлә тыуһын бәхетле бала.

…Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын,
Биләүем менән билемде биштән быуғанмын,
Шуға бөгөн йәшлегем дә иркен һулышлы,
Теләйем һәр кемгә шундай яҡты тормошто!

Килер быуын беҙҙән көләс, беҙҙән шат булһын,
Улар өсөн “үлем”, “һуғыш” һүҙе ят булһын, –
Шулай тим мин, һәм шулай ти бөтә кешелек,
Шулай ти ер йәшәү дәрте менән иҫереп!
Шатланығыҙ, ҡан-йәш күрмәҫ быуындар:
Сөнки ерҙә мәңгелектең дуҫы – Илем бар!

Шағир, Рәшит НАЗАРОВТЫҢ замандашы, Риф Мифтахов хәтирәләренән:

“Донъя күләменән күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм
ҡыҙҙары араһынан да булған, барҙар һәм буласаҡтар! Бында тиҫтәләгән исемде һанап китергә булыр ине. Ябай тупраҡтан йондоҙ бейеклегенә ҡәҙәр күтәрелгән, күтәреләсәк һоҡланғыс талантлы ҡаһарман ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың ижад мөғжизәһен төшөнәһе, асаһы көндәр ҙә, моғайын, киләсәк йылдарҙа, быуаттарҙалыр.
Шуларҙың береһе — Рәшит Назаров. Ул, беҙҙең баш особоҙҙан ғына
түгел, бәлки, бөтә әҙәбиәт күгенән бығаса күренмәгән балҡыш, яңы
яҡтылыҡ булып тәгәрәп үтте.

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың ноябрь айында Фатима апай менән Сәйетбаттал ағайҙың бишенсе балаһы булып донъяға килгән Рәшиткә аяуһыҙ яҙмыш — мәктәптә уҡыған, колхозда әҙ генә эшләгән осорҙа, армияла хеҙмәттең тәүге йылдарында — бары биш- алты йыл ғына ирекле ижад итеү ҡыуанысы бүләк иткән. Ниндәй ҡыҫҡа мәл, кеше ғүмере өсөн күҙ асып йомған ғына ара. Ә күпме таң ҡалдырыр ижад мөғжизәһе!”
Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Уның бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, Рәшит көнөнә 4-5 шиғыр яҙа. Ауылдаштары һөйләүенсә, Рәшит Назаровты улар бик йыш ҡына дәфтәр тотоп Өршәк буйында күрергә булған. Ығы-зығынан алыҫта, тынлыҡта ул нимәлер тураһында уйлана. Шулай итеп уның уйҙары рифмаларға һалына, уларҙан тыуған шиғырҙар башҡорт поэзияһының бер үҙенсәлекле байлығына әйләнә.

Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963-1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан ул айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә, күп яҙыша. Ғүмер буйы ижад иткән ҡайһы бер шағирҙарҙан да күп яҙыша ул, әйтерһең дә яҙмышын алдан күрә белә. Рәшит ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә көн һайын ваҡыт ағышына буйһонмаған, бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4-5 яңы шиғыр тыуа.

Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығы 1965 йылда баҫыла, ул «Таңды ҡаршылау» тип атала. Был ваҡытта йәш шағирға ни бары 21 йәш була. «Ҡояш юлы буйлап» исемле икенсе китабы 1972 йылда баҫылып сыға.
Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт
күгендә яҡты йондоҙ булып атыла . Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала.
Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай. Йәш шағир уларҙа ваҡыт ағышын, атай-олатайҙарҙың аманатын дөрөҫ тотоп алған.

Үкенескә ҡаршы, иҫ киткес талантлы шағирҙың исеме билдәһеҙлектә ҡала килде. Икенсе һәм өсөнсө китаптары баҫылғас (1991 йыл, редакторы Әсхәл Әхмәт- Хужа, «Йөрәгемде һеҙгә илтәм »), ике тиҫтә йыл үтеп китә. Тик 1993 йылда ғына Рәшит Назаровты БР Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итәләр. 1996 йылда ул Ауырғазы районы хакимиәте булдырған Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге тәүге премия лауреаты булып китә. 1994 йылда талантлы шағирҙың «Йәшен» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә, редакторы Риф Мифтахов».

Р. Мифтахов һүҙҙәренә өҫтәп, шуны әйтәһе ҡала: быйыл, шағирҙың юбилей йылында, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Янған йөрәк” (“Горящее сердце”) тигән шиғырҙар йыйынтығы башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе.

Һүҙ оҫтаһының исемен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарылған: мәҫәлән, 2014 йылда “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, шағирҙың 70 йыллығы хөрмәтенә 70 шыршы үҫентеһе ултыртылып, «Рәшит Назаров аллеяһы» булдырыла; артабан шағирҙың тыуған ауылы Төрөмбәт мәктәбендә таҡтаташ асыла; 2022 йылдың авгусында Талбазы башҡорт гимназияһына Р. Назаров исеме бирелә. Хәҙер унда бөйөк әҙип ижады буйынса ғилми-ғәмәли конференциялар, шиғыр һөйләүселәр конкурстары үтеп тора; 2024 йылдың майында ошо башҡорт гимназияһында Рәшит Назаровҡа бюст асыла.