“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу
08.12.2024
6 декабрҙә «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында ауылыбыҙҙы яҡлап сығыш яһаныҡ. Жюри ағзаларын һәм ултырышта ҡатнашыусыларҙы быйылғы йылда ауыл хакимиәте, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәктәп, ауыл клубы һәм китапхана тарафынан берлектә алып барылған эштәр менән таныштырҙыҡ. Беҙҙең Иҫке Муса ауылы был конкурста маҡтаулы 2-се урынды яуланы һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Ауылда киләһе йылдарҙа ла сәләмәт тормошто киң йәйелдереү маҡсатында эштәр алып барылыр, тип ышанабыҙ.