logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

“Туған телем – моңло шишмә” сәғәте

13.12.2024

#Культурадляшкольников

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан ауыл китапханаһында 4-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Туған телем – моңло шишмә” тигән сара үткәрелде. Китапханасы балаларға башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында мәғлүмәт еткерҙе, уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Артабан уҡыусылар төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып башҡорт телендә һүҙҙәр төҙөнө.

Шулай уҡ, ауыл клубы ойоштороусыһы менән китапханасы мәктәптә “Башҡорт телен беләһеңме?” тигән һорау алыу үткәрҙе. Унда балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнашты. Һорау алыуға йомғаҡ яһап, телебеҙгә ҡағылышлы хәлдең бик шәптән булмауын танырға мәжбүрбеҙ. Киләсәк быуынды дөйөм көс – ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, уҡытыусылар, китапханасылар, бөтә йәмәғәтселек менән генә бәләнән ҡотҡарып ҡала алырбыҙ, тигән уй килә башҡа.