Быйма баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе «Быймаһы ла, быймаһы»
2024 йылда Иҫке Муса ауыл Советы биләмәһен үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған «Атайсал» ойошмаһының «Быймаһы ла, быймаһы» проекты Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды тарафынан хуплау тапты. Ошо проект сиктәрендә 17 декабрҙә ауыл мәҙәниәт йортонда сувенир быйма баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе йошторолдо. Сараға мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы саҡырылды. Йыйылыусылар алдында Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы, «Атайсал» ойошмаһы етәксеһе Илмира Әнүәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова сығыш яһаны һәм ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Был эш өсөн Олокүл ауылынан район «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Флүрә апай Самиҡова, ойошма ағзалары Фәймә апай Сәйфуллина, Айгөл Яманһарова йәлеп ителде. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы башҡорт халҡының көнитмеше, һарыҡ малын һәм уның йөнөн тормош-көнкүрештә ҡулланыу, һарыҡ йөнөнөң файҙаһы хаҡында һөйләп үтте. Халыҡ элек-электән быйманы аяғынан төшөрмәгән, хатта өйҙә лә быйма башы эләктереп йөрөгән, сөнки ул йылы ла, шул уҡ ваҡытта дауалау сифатына эйә. Әлеге көндәрҙә лә был аяҡ кейеме үҙенең популярлығын юғалтмай – халыҡ уны теләп һатып ала, ҡуллана. Кейеҙ ҙә көндәлек тормошобоҙҙа лайыҡлы урын ала бара. Уны урын-яраҡ булараҡ ҡына файҙаланмай, өй эсен биҙәү өсөн дә, сәнғәт төрө булараҡ та тергеҙеү эше алып барыла.
Ә беҙҙең оҫталыҡ дәресенә килгәндә, ҡунаҡтар бармаҡҡа һыймалы ғына сувенир быймалар әүәләп күрһәтте. Эшләп алып килгән бәләкәй төҫлө быймаларын ҡыҙығып ҡараны сарала ҡатнашыусылар. Балалар ҡыҙыҡһынып, үҙҙәре лә йөн менән эшләне – быйма килтереп сығарҙы. Уйынсыҡ быймаларҙы парлап Яңы йыл шыршыһына элергә, башҡа төрлө тәғәйенләнеш табырға була.