logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Яҡташ яҙыусы Фәнил Әсәновтың тыуыуына – 95 йыл

26.12.2024

Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы (30 декабрь 1929 йыл — 30 ғинуар 1995) – журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл таң” республика гәзитендә эшләгән.

  • 1948 йылда Боҙаяҙ районында урта мәктәпте тамамлай, гәзетала эшләй;
  • 1953 йылда ВЛКСМ-дың Боҙаяҙ район комитетының беренсе секретаре итеп һайлана;
  • 1955 йылда «Башҡортостан әҙәбиәте» журналында «Шоферҙар» исемле беренсе хикәйәһе баҫыла;
  • 1955—1959 йылдарҙа Өфөлә Юғары партия мәктәбендә уҡый;
  • 1959 йылдан — «Ҡыҙыл тан» республика гәзите редакцияһында эшләй
  • 1960 йылда «Йүкәләр сәскә атҡанда» исемле беренсе хикәйәләр йыйынтығы баҫыла;
  • 1963 йылда Башкорт АССР-ы Журналистар союзының яуаплы секретары итеп һайлана;
  • 1970-1984 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты һаҡлау комитетының Башҡортостан бүлексәһе яуаплы секретаре;
    • 1984 йылдан — профессиональ яҙыусы.Беренсе хикәйәһе «Шофеҙар»1955 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Беренсе китабы –ауыл йәштәре тормошына бағышланған хикәйәләре тупланған «Йүкәләрсәскә атҡанда» (1960). Балалар өсөн «Чапай командаһы» (1962) китабын яҙа.Күләмле әҫәрҙәре: «Вәғәҙә» (1965), «Урмансы малайы» (1966), «Яралы мәхәббәт» (1971), «Гөлдәр япраҡ яңырта» (1970), «Йондоҙҙар яуғанда» (1974), «Мөхәббәт һағышһыҙ булмай» (1979), «Ҡалды уттары ғына» (1981), «Ҡыңғыраулы гармун» (1988) повестары, «Мөғәллимә апа» хикәйәләр йыйынтығы (1978), «Өмөт» (1985) романы.
  • «Тол ҡатын», «Вәғәҙә», «Ғүмер уҙмай заяға», «Алһыу таңдар», «Киң урамдар тар ине» исемле (Нәҗип Асанбаев менән берлектә) сәхнә әҫәрҙәре ижат итә. Улар СалауатСибайМинзәләЫрымбур ҡалаларының драма театрҙарында уйнала.[1]Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов менән күп йырҙар ижат итә. Уның «Янғантау баҫҡыстары», «Иҫләйһенме, иркәм?», «Әйтмәгеҙ һеҙ, әсәйҙәргә ауыр һүҙ» һәм башҡалар кин билдәле йырҙар һанала.
  • Өфөлә Достоевский урамының Фәнил Әсәнов йәшәгән 102/3 йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
  • Яҙыусынын исемен Боҙаяҙ урта мәктәбе йөрөтә.