“Башҡорт әҙәбиәтенең ынйыһы” китаптар күргәҙмәһе
#ҺәҙиәДәүләтшина120йыл
Иҫке Муса ауыл китапханаһында ошо көндәрҙә күренекле башҡорт яҙыусыһы, Көнсығышта тәүге ҡатын-ҡыҙ романсы булып танылған Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған китаптар күргәҙмәһе эшләне.
Үкенесле яҙмышҡа дусар булған һәләтле яҙыусы китап уҡыусыларға “Айбикә” повесы, “Ырғыҙ” романы аша таныш. Һәҙиә Дәүләтшинаны “халыҡ дошманы” ҡатыны булараҡ биш йылға төрмәгә ултырталар (яҙыусының тормош иптәше, үҙ ваҡытында мәғариф наркомы, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин).
Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николай өйәҙе Имел олоҫоноң (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән Лотфулла Ильясов ғаиләһендә тыуған. Һәҙиә зирәк аҡыллы һәм теремек булып үҫә. Үҙенең бала сағын хәтерләгәндә, яҙыусы бәләкәйҙән өләсәһенең тылсымлы әкиәттәрен йотлоғоп тыңлауын айырыуса йылы хистәр менән иҫкә ала.
Илаһи бәхет ҡошо хаҡындағы хыялдар буласаҡ яҙыусының донъяға ҡарашына, уй-тойғоларына өр-яңы йүнәлеш бирә, уның күңелендә изгелек сатҡыларын тоҡандыра, яҡын кешеләренә ҡарата ярҙамсыл, мәрхәмәтле булыу теләген тыуҙыра. Һ.Дәүләтшина үҙенең был сифаттарына ғүмер буйы тоғро ҡала. Шуға күрә лә замандаштары уны, оло рухлы, ҙур талантлы яҙыусы булыу менән бергә, мөләйем, алсаҡ йөҙлө, сабыр, тыйнаҡ, тыныс тәбиғәтле, һылыуҙан һылыу башҡорт ҡатыны итеп хәтерләй.
1932 йылда “Ялҡынлы йылдар” тигән хикәйәнән бер киҫәк”тигән иҫкәрмә менән “Партизан” исемле әҫәрен баҫтыра. Ул иһә артабан атаҡлы “Ырғыҙ” романы булараҡ киң эпик полотно итеп үҫтерелә. Һәҙиә Дәүләтшина «Ырғыҙ» романында тарихи әһәмиәткә бай булған ҙур дәүерҙе — 1902—1922 йылдарҙы — ала. Автор ошо йылдарҙағы башҡорт халҡының тормошон, революция йылдарында, граждандар һуғышы осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендә бәхетле тормошҡа сығыуын күрһәтә. Һ. Дәүләтшина тураһындағы иҫтәлектәрҙең береһендә яҙыусының ошондай һүҙҙәре килтерелә: “Мине яҡшыраҡ белгегеҙ килһә, “Ырғыҙ” романымды уҡығыҙ. Минең бөтә йәнем, саф йөрәгем шул романда”, – ти торғайны Һәҙиә апай”.
Башҡорт ҡыҙы ярһыу йөрәкле,
Һүрелмәҫтәй ҡайнар теләкле;
Йырҙан таша уның күңеле,
Шоңҡар ҡыйыламы- бейеүе!
Мөхәббәте уның- ут кеүек,
Ә нәфрәте – сатнар боҙ кеүек.
Үҙе дәртле, үҙе бик түҙем.-
Һәҙиәкәй, был бит һин үҙең!
Ғәрәп һүҙе булған “Һәҙиә”
“Бүләк” тигән һүҙҙер беҙҙеңсә.
Башҡорт, теләп һиңә ҙур теләк,
Биреп һиңә ҡайнар ҡуш йөрәк,
Бүләк итте һине донъяға,
Даның сиктәр аша тарала.
Йөҙөк ҡашы булдың халҡыңдың,
Күңелендә уның ялҡыны, – тип яҙа уҙған быуаттың 60-сы йылдарында башҡорт яҙыусыһы, Һ. Дәүләтшинаның тормош һәм ижад юлын өйрәнеүсе Ғайнан Әмири.
Һәҙиә Дәүләтшина хаҡында яҙылған документаль һәм нәфис әҙәбиәт өлгөләре Иҫке Муса ауыл китапханаһы фондында бар:
- Һ. Дәүләтшина “Тормошо һәм ижады
- Һ. Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр
- Ғ. Әмири “Башҡорт ҡыҙына” шиғыры
- Г. Ситдиҡова “Һәҙиә” поэмаһы
- Г. Ғиззәтуллина “Һәҙиә” романы
- Һ. Дәүләтшинаның әҫәрҙәре
Мәшһүр башҡорт яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның үкенесле тормош һәм бай ижад юлы менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн ауыл китапханаһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.