Һалдаттарға – шифалы үләндәр
02.09.2025
Әүҙем ауылдаштар ярҙамында Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә шифалы үләндәрҙән сәй йыйылмаһы эшләп ебәрҙек. Был сәйҙең хуш еҫе уларға тыуған яҡтың ялан-ҡырҙарынан сәләм еткерһен!
Тәмле үлән сәйе эргәһенә ауылдаштар яңы бал, ҡаҡ алып килгән. Барлыҡ күстәнәстәр яуҙағы егеттәргә күс-ғәйрәт өҫтәр, тип ышанғы килә.
Сарала ҡатнашҡан барсаһына – бал, ҡаҡ, кипкән үлән килтереүселәргә, ҡаптарға тултырыусыларға ҙур рәхмәт!