«Тәүге ярҙам күрһәтеү» сәләмәтлек сәғәте
17.09.2025
Иҫке Муса ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Алмира Искәндәровна һәм шәфҡәт туташы Гүзәл Хәсәновна Ғөзәйеровалар мәҙәниәт йорто, ауыл советы, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Сара барышында Алмира Искәндәровна тәүге ярҙамдың ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатты. Жгут һалыу, үпкәгә яһалма вентиляция, йөрәккә массаж яһау кеүек ярҙам алымдарын күрһәттеләр.