logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

“Уҡырға тәҡдим итәбеҙ” рубрикаһы “Ш. Янбаев. Тормош һәм ижад юлы”

19.11.2025

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 19 ноябрендә Күгәрсен районының Бикбулат ауылында тыуған. Мәктәптә унынсы класта уҡып йөрөгәндә 1943 йылда Совет Армияһына хеҙмәткә алына. Фашистарға ҡаршы һуғышта ябай шофер булып Днепрҙан Берлинғаса һуғыш юлы үтә. Чехословакияның баш ҡалаһы Праганы азат итеүҙә ҡатнаша, орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң үҙенең районында уҡытыусы булып эшләп, 1950 йылда Өфөгә музыка училищеһына уҡырға килә, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан радиоһында диктор, һуңынан мөхәррир булып эшләй. 1952 йылда Мәскәүгә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрелә, 1957 йылда уны тамамлап, Өфөгә ҡайта һәм “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

Ш. Янбаев, һуғыш эсендә йөрөһә лә, һуғыш тураһында яҙырға яратмай. Уның хикәйәләрендә күберәк тылдағы хәл-ваҡиғалар, йә һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормош тасуирлана. Яҙыусының Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы ике әҫәре бар: “Йәшәү һуты” хикәйәһе һәм “Санитарка” новеллаһы. Шакир Янбаевтың геройҙары тормош ауырлыҡтарын сабыр күтәрә белеүсе, йылдар аша яҡындарының яҡты рухын ҡәҙерләп һаҡлаусы оло йөрәкле кешеләр булып күҙ алдына баҫа. Улар үҙҙәренең күңел матурлығы, кешелеклеге менән һоҡландыра.

Яҙыусының әҫәрҙәренең үҙәгендә – илгә төшкән ауырлыҡты үҙ елкәләрендә татыған, тормош ауырлығына һуҡранмаған, әсе ҡайғыларға бөгөлмәгән, үҙ хәсрәтен кешегә таҡмаған, көндәлек эште сабыр ғына еренә еткереп эшләүсе хеҙмәт эйәләренең образы. Тәү ҡарауҙа күҙгә ташланмаған был геройҙар йөрәктәре ҡушҡанса намыҫ менән эшләй һәм йәшәй, үҙҙәренә ярҙам кәрәк булған саҡта ла башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы Шакир Янбаевтың һуғыш темаһына арналған “Йәшәү һуты” хикәйәһен уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Яҙыусының телгә алынған был әҫәре ауыл китапханаһында бар. Рәхим итегеҙ!