Әҙәби-музыкаль кисә «Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ»
28.11.2025
27 ноябрь Әсәләр көнөнә арналған байрам кисәһе үтте. Тамашасылар китапхананың әүҙем китап уҡыусылары ҡатнашлығында драматург Зәки Зәйнуллин пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «41-ҙең арбалы ҡатындары» спектаклен ҡараны.
Спектакль һуңынан әҙәби-музыкаль сара уҙҙы. Ауыл хәкимиәте башлығы Илмира Әнүәр ҡыҙы улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәргә күстәнәстәр тапшырҙы. Байрам сәй табыны менән тамамланды.
#ДеньМатери2025Башкортостан
#СемейныйБашкортостан