logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Туған телем – моңло шишмә” сәғәте “Аҡмулла уҡыуҙары” шиғриәт минуттары

12.12.2025

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан ауыл китапханаһында 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашлығында сара үткәрелде. Хәҙерге көндә Рәми Ғариповтың киң билдәле “Туған тел” шиғырын иҫкә төшөрмәйенсә башҡорт теле көнө үтмәйҙер, моғайын. Беҙҙең байрамда ҡатнашыусылар ҙа был шиғыр юлдарын хәтергә төшөрҙө.

Китапханасы балаларға башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында мәғлүмәт еткерҙе, уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.  Сарала ҡатнашыусылар мәғрифәтсенең “Нәсихәттәре”н уҡыны.

Артабан уҡыусылар төрлө күнекмәләрҙә ярышты: төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып һүҙҙәр, бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөнө, мәҡәлдәр менән эш итте, омоним-антонимдар ҙа күҙ уңынан ысҡынманы.

“Һөйҙөргән дә – тел, көйҙөргән дә – тел” ти халыҡ мәҡәле. Яҡындарына, тирә-йүндәгеләргә яғымлы, татлы телле булһындар тип, ҡатнашыусылар татлы күстәнәс менән бүләкләнде.