logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

«Кеше китә, яҡты эҙе ҡала». Журналист, яҙыусы Р. Ураҙғоловтың хәтер кисәһе

18.12.2025

Биш йыл элек, 55 йәшенә тура килтереп осрашыу үткәргәндә, Рәлис ағай Ураҙғолов “Яҙыусыны бер әҫәре билдәләй” – тигәйне. Был, ысынлап та, шулай. “Тихий Дон” тиһәк, Михаил Шолоховты хәтергә төшөрәбеҙ, “Мәңгелек урман” әҫәре Ноғман Мусинға бәйле. Ә Рәлис Ураҙғоловты яҙыусы булараҡ китап һөйөүселәр араһында “Аслыҡ” романы билдәле итте.

Ошо көндәрҙә егәрле журналист, әҙәбиәт күгендә үҙенең һүҙе булған башҡорт яҙыусыһы Рәлис Ришат улы Ураҙғоловтың фани донъяларҙан баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл тула. Ваҡыты-ваҡыты менән беҙ уны хәтергә төшөрәбеҙ, бик күп мәғлүмәтте ташҡа баҫтырмай, үҙе менән алып китеүенә үкенәбеҙ. Рәлис абый һәр беребеҙгә яҡын, үҙ кеше булды, сөнки холҡо-фиғеле менән ябай, эскерһеҙ, асыҡ күңелле, ихлас, кеселекле ине. Ипле генә һөйләшер, бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәҫ, башланған һүҙҙе аҡыллы итеп йомғаҡлар ине.

Журналист яҙмалары һәм художестволы әҫәрҙәре менән гәзит-журнал, ғөмүмән, китап һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән, ихтирамын яулаған билдәле журналист, яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәлис Ришат улы Ураҙғолов 1964 йылдың 14 декабрендә ябай колхозсылар ғаиләһендә донъяға килә һәм, үҙенең тыуған еренә тоғро ҡалып, ошонда ғүмер кисерә. Әҙәбиәт мөхитендә, фекерҙәштәре, ҡәләмдәштәре менән ижад донъяһында ҡайнап йәшәргә тәҡдимдәр булһа ла, ул атайсалын ташламай, ошонда ерегеп йәшәй бирә. «Йәш сағымда әлдә иҫәрләнеп ҡалаға сығып китмәгәнмен», — ти ул 2021 йылда төшөргән «Тормош» циклындағы тапшырыуҙа һәм ауылда ҡалыуына һис тә үкенмәй, ауылдаштарымдың һәр береһен яратам, ти. Шуға күрә, эше буйынса ҡала тормошонда ҡайнаһа ла, журналист булараҡ та, прозаик булараҡ та яҙыусының ижады тулыһынса ауыл тормошона арналған, ер яҙмышына бәйләнгәндер, моғайын.

Кисә, 17 декабрь көндө, Иҫке Муса ауыл китапханаһында Рәлис Ришат улының хәтер кисәһе уның ҡатыны Нәрия Вәсим ҡыҙы, балалары, ейәнсәрҙәре, Өфөнән уның йәшлек, ҡәләмдәш дуҫтары, атап әйткәндә, республиканың Милли архивы директоры урынбаҫары, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.Б. Сәлимов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире В. Исхаков, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире М.С. Ҡунафин, Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре,»Йәшлек» республика йәштәр гәзитенең баш мөхәррире А.Х. Дәүләтбәков, райондаш яҙыусы, юмористик хикәйәләр оҫтаһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Т.Й. Вилданов,  райондаш шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Ф.Д. Абдуллина ҡатнашлығында үтте. Сарала ҡатнашыусы һәр кем, яҙыусымы ул, ауылдашымы, күршеһеме, үҙенең йылы хәтирәләре, яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ауылдаш яҙыусыбыҙҙың ҡабатланмаҫ шәхес, кешелекле, кеселекле булыуына баҫым яһаны.

Хәҙерге заман технологиялары беҙҙең алда киң мөмкинлектәр аса. Рәлис Ришат улының яҙмаларын ҡарау уның үҙе менән осрашып һөйләшеүгә тиң булды, уның тормош асылын аңлауға этәргес бирҙе. Яҙмалараҙы ҡабат-ҡабат ҡарағы, яҙыусының ихлас һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат ишетке килә.Кеше тыуған еренән көс, дәрт ала — уның йәшәү мәғәнәһе кендек ҡаны тамған ерҙә икәненә инандыҡ.

Сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хәтер кисәһенән йылылыҡ ипкене бөркөлгәндер, тигән ышаныста ҡалам.