logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система» муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старомусинская сельская библиотека

Часы работы


ВТ-СБ: 11:00-14:30
17:00-19:00

Выходной: ПН,ВС

Информационная пятиминутка «Ябай бөйөклөк»

18.12.2025

2025 йылдың 15 декабрендә башҡорт яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына — 90 йыл.

Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Күмертау (хәҙер Көйөргәҙе) районының Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй.

Рәшит Солтангәрәев — талантлы әҙип, башҡорт прозаһының күрке. Һәр әҙиптең айырыуса яҡын күргән жанры була. Хәҙерге башҡорт прозаһында Рәшит Солтангәрәев иң үҙенсәлекле, иң талантлы хикәйәселәрҙең береһе.

Әҫәрҙәренең исеменән үк яҙыусы ижадының төп темаһын тыуған төйәккә, тыуған ергә мөхәббәт тип билдәләргә булыр ине. Иң тәүге йыйынтығы «Тыуған йорт» тип аталһа, артабан иң һуңғы ижад емештәренең береһе «Ауылым минең- яҙмышым минең» тип исемләнгән. Яҙыусының «Татар менән башҡорт»хикәйәһе лә уҡыусыла айырым ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ әҫәр.

Рәшит Солтангәрәев әҙәби ижад менән мәктәптә уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре студент йылдарында (1957) донъя күрә. Хәҙерге көндә ул ун алты китаптың һәм «Теге донъя, был донъя» исемле драматик әҫәрҙең (Стәрлетамаҡ драма театрында сәхнәләштерелә) авторы. Өс китабы рус телендә баҫыла. Айырым әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, украин, татар, ҡырғыҙ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, яҡут, ненец һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыға. «Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе буйынса «Казахфильм» студияһында нәфис кинофильм төшөрөлә. «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» әҫәрҙәре өсөн яҙыусы 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. Бер нисә тапҡыр СССР һәм РСФСР яҙыусыларының съезына делегат һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана. Башҡорт әҙәбиәтендәге уңышлы хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелә.

Рәшит Солтангәрәевтың Рәми Ғарипов тураһындағы иҫтәлектәрен ошо һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ; https://shonkar.com/articles/culture/2025-12-19/imany-bi-t-r-shit-soltang-r-ev-4515583