Әңгәмә «Ҡыйғыр ҡошом гел талпынды алға»
Үткән юлдарымдың эҙҙәренә
Алайымсы әле бер бағып:
Ҡалманымы икән үкенестәр
Йөрәгемдә минең ҡуҙланып?
Яҡташ-яҙыусы Барый Миңлеғәлим улы Ноғомановтың йәш ваҡытында яҙған ошо шиғыры күңелендә йәшәү дәрте, йәшәү ҡуҙы йөрөткән һәр кемдең күңеленә яҡындыр.
8 апрелдә Барый Миңлеғәлим улының тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу маҡсатында китап уҡыусылар менән ауыл китапханаһында әңгәмә ойошторолдо. Йыйылыусылар яҙыусының биографияһы һәм ижады менән бер ни кимәлдә таныш — уның китаптарын китапхананан алып уҡыны. Быйылғы йылда Барый Ноғомановҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ул республикабыҙҙа танылған һүҙ оҫтаһы, киң билдәле шағир, прозаик һәм журналист. Ул 1979 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар ағзаһы, ике тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. И.Мырҙаҡаев-Балапанов, Фәтих Кәрим премиялары лауреаты, БР-ҙың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә бер-бер артлы «Йылбабай һәм сәғәттәр» (1969), «Аҡ таңдарым» (1978), «Йылбабайҙың дүрт ҡыҙы» (1980), «Етегән йондоҙ» (1982), «Йөрәгемдә ерем йәме» (1985), «Усаҡтар яна» (1986), «Өйөрмәле елдәр» (1985) һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. 2011 йылда донъя күргән «Һөйөнөстәрем-көйөнөстәрем» китабында күләмле роман-эссе, повестар, замандаштары, ҡәләмдәштәре, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә тос өлөш индергән шәхестәр тураһында очерк-яҙмалары, шулай уҡ ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫтарына арналған шиғырҙары индерелгән.